Новости
8 Марта 2020, 11:50

Иҫәнғолдағы янғында....

Район ҡотҡарыусылары кисә Иҫәнғолдоң Корнеев урамында янғын тураһында хәбәр алып, ваҡиға урынына ашыға. Унда 6х8 метрлыҡ йорттоң верандаһын ут ялмаған була.

Район ҡотҡарыусылары кисә Иҫәнғолдоң Корнеев урамында янғын тураһында хәбәр алып, ваҡиға урынына ашыға. Унда 6х8 метрлыҡ йорттоң верандаһын ут ялмаған була.
Йортта 1987 йылғы ҡатын үҙенең биш балаһы менән булған. Шифер шартлағанын ишетеп, ул солан ишеген асҡан һәм веранданың өҫ яғына ут тоҡанғанын күргән. Ҡаҙанлыҡҡа ҡуйылған АДПИ аавтономлы янғын извещателе эшләгән. Ҡатын ишекте япҡан һәм балаларын йәһәтләп кейендереп, кухня бүлмәһе тәҙрәһе аша тышҡа сығарған. Шулай итеп, ғаилә һанаулы минуттарҙа үлемдән ҡотолған. АДПИ ҡоролмаһы был йортҡа күп балалы ғаиләгә тип урынлаштырылған булған. Янғын сәбәптәрен дознаватель асыҡлаясаҡ. Алдан күҙаллау буйынса ут электр сымынан сыҡҡан булыуы ихтимал.
Читайте нас