Рәсәй Президенты Владимир Путин мәктәптәрҙә класс етәкселәренә федераль бюджеттан өҫтәмә түләмдәр бирелә башлағандан һуң урындарҙағы өҫтәмәләрҙе бөтөргән өсөн яуаплылыҡ хаҡында төбәк етәкселәрен иҫкәртергә кәрәк, тип белдерҙе.
Президенттың мәғариф министры Сергей Кравцов менән осрашыуында министр класс етәкселеге өсөн өҫтәмәләр 1 сентябрҙән түләнә башлансағы, бының өсөн бөтә документтар әҙер булыуы тураһында һөйләне.
“Төбәк етәксләрен иҫкәртергә кәрәк, федераль бюджеттан өҫтәмә түләмдәр бирелә башлағандан һуң төбәк өҫтәмәләрен бөтөрөргә ярамай” – тине Путин осрашыуҙа.