Республикала Мәғариф министрлығы «Смартфонһыҙ мәктәп» пилот проектын башлай
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүенсә, һүҙ мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың телефондарҙы ҡулланыуын сикләү тураһында бара. Әлегә уҡыусыларға ошо тыйыуҙың ҡасан һәм ниндәй рәүештә көсөнә инеүе әйтелмәй.
Белгестәр билдәләүенсә, «Смартфонһыҙ мәктәп» проекты «һанлы гигиена» өсөн кәрәк.
Был турала күптән һөйләшеүҙәр бара. Кемдәрҙер уҡыусыларҙың мәктәпкә телефон йөрөтөүҙәренә ҡаршы булһа, икенселәр быға ыңғай ҡарай. Ә һеҙҙең фекерҙәрегеҙ нисек?