ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2020, 11:40

Путин коронвирусҡа ҡаршы көрәш буйынса төркөм булдырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин РФ Дәүләт советының коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы көрәш төркөмөн булдырыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин РФ Дәүләт советының коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы көрәш төркөмөн булдырыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта кисә Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. 19 кешенән торған төркөмдө Мәскәү мэры Сергей Собянин етәкләй.
Шулай уҡ Путин үҙенең бойороғо менән коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы янаған төбәктәр етәкселәренә яңы төркөм эшмәкәрлегендә ҡатнашырға тәҡдим итте.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә яңы типтағы коронавирус йоҡҡан 63 кеше теркәлгән. Бөтә донъяла иһә был сир менән ауырыусылар һаны 162 меңдән артҡан, 6417 кеше вафат булған.
Рәсәй властары вирус ил территорияһында таралмаһын өсөн саралар күрә. Ҡытай, Иран, Көньяҡ Корея, Италия, Франция, Германия, Испания менән авиабәйләнеш сикләнде. Бындай саралар Евросоюз илдәренә, Норвегия һәм Швейцарияға ла ҡағыла.
Читайте нас: