Быйыл яҙғы ташҡын иртәрәк булыуы көтөлә. Йылға-күлдәрҙә айырым урындарҙа һыу запасы норманан күберәк, шуға үҙәндәрҙә түбән урындарҙы һыу баҫыуы ихтимал. Район һәм ҡалаларҙа ташҡынға әҙерлек саралары күрелә. Махсус комиссиялар төҙөлгән, оператив хеҙмәттәр һәм ойошмалар күнекмәләр үткәрә һәм техникаһын барлай.