Был хаҡта Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Рәсәй президенты Владимир Путин һәм Финляндия етәксеһе Саули Ниинистё телефон аша һөйләшеүҙә сик аша үтеү режимы мәсьәләһендә хеҙмәттәшлек итергә килеште. Шулай уҡ улар коронавирус инфекцияһы таралыуына ҡаршы тороу буйынса ғәмәлгә ашырылған саралар тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты.
Финляндия президенты канцелярияһы белдереүенсә, дәүләт етәкселәре вирусҡа ҡаршы көрәш киң халыҡ-ара хеҙмәттәшлек талап итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алған.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы хәбәр итеүенсә, үткән тәүлек эсендә коронавирустың яңы 13903 осрағы теркәлгән, 862 кеше вафат булған.