Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2020, 13:00

Коронавирусҡа бәйле яңы саралар

Ата-әсәләрҙе балалар баҡсаларына индермәйҙәр, уҡыусыларға каникулдарҙы оҙайталар. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы коронавирусҡа бәйле яңы саралар тураһында һөйләне. Балалар баҡсаларыБалалар баҡсаларын япмайҙар, ләкин һаҡланыу сараларын индерәләр:— ата-әсәләрҙе (йәки оҙатып килгәндәрҙе) бинаның эсенә индермәйҙәр. Баланы ингән ерҙә ҡалдырырға кәрәк; — бөтә балаларҙың да температураһын үлсәйҙәр; — биналарҙы көн һайын дезинфекциялайҙар; Мәктәптәр тураһында— яҙғы каникулдар 6 апрелгә тиклем оҙайтыла; — каникулдан һуң мәктәптәр дистанцион уҡыуға күсерелә; — уҡыусылар ял иткәндә, уҡытыусылар дистанцион уҡытыу өсөн ҡорамалдарҙы һәм сервистарҙы файҙаланыу буйынса белемен камиллаштыра; — ата-әсәләре балаларын өйҙә ҡалдыра алмаған уҡыусылар өсөн мәктәптәрҙә махсус төркөмдәр ойошторола. Төркөмдә15 кешенән артмаҫҡа тейеш.Программа буйынса артта ҡалыу юҡ. Дистанцион уҡытырға ярамаған фәндәр һанын яңынан бүләләр. Йәйге каникулдар ҡыҫҡартылмай. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары дистанцион уҡыуға күсерелә. Бынан тыш, министрлыҡта белдереүҙәренсә, йәйге лагерҙар каникул осоронда балаларҙы ҡабул итергә әҙерләнә, ғаризалар ҡабул ителә.Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырырға ярамай. Әгәр һорауҙарығыҙ булһа, уларҙы иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем Башҡортостан Мәғариф министрлығының «ҡыҙыу бәйләнешенә» шылтыратырға мөмкин: +7 (347) 292-11-52. Ул 19 марттан эшләй.

Ата-әсәләрҙе балалар баҡсаларына индермәйҙәр, уҡыусыларға каникулдарҙы оҙайталар. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы коронавирусҡа бәйле яңы саралар тураһында һөйләне.

Балалар баҡсалары

Балалар баҡсаларын япмайҙар, ләкин һаҡланыу сараларын индерәләр:

— ата-әсәләрҙе (йәки оҙатып килгәндәрҙе) бинаның эсенә индермәйҙәр. Баланы ингән ерҙә ҡалдырырға кәрәк;
— бөтә балаларҙың да температураһын үлсәйҙәр;
— биналарҙы көн һайын дезинфекциялайҙар;

Мәктәптәр тураһында

— яҙғы каникулдар 6 апрелгә тиклем оҙайтыла;
— каникулдан һуң мәктәптәр дистанцион уҡыуға күсерелә;
— уҡыусылар ял иткәндә, уҡытыусылар дистанцион уҡытыу өсөн ҡорамалдарҙы һәм сервистарҙы файҙаланыу буйынса белемен камиллаштыра;
— ата-әсәләре балаларын өйҙә ҡалдыра алмаған уҡыусылар өсөн мәктәптәрҙә махсус төркөмдәр ойошторола. Төркөмдә15 кешенән артмаҫҡа тейеш.

Программа буйынса артта ҡалыу юҡ. Дистанцион уҡытырға ярамаған фәндәр һанын яңынан бүләләр. Йәйге каникулдар ҡыҫҡартылмай.

Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары дистанцион уҡыуға күсерелә.

Бынан тыш, министрлыҡта белдереүҙәренсә, йәйге лагерҙар каникул осоронда балаларҙы ҡабул итергә әҙерләнә, ғаризалар ҡабул ителә.

Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырырға ярамай.

Әгәр һорауҙарығыҙ булһа, уларҙы иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем Башҡортостан Мәғариф министрлығының «ҡыҙыу бәйләнешенә» шылтыратырға мөмкин: +7 (347) 292-11-52. Ул 19 марттан эшләй.

Сығанаҡ: Башинформ
Читайте нас: