Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 16:00

Һалдаттар башҡорт теленән диктант яҙған!

#башҡорт_теле_йылыОшо көндәрҙә Сыбаркүл танк дивизияһында хеҙмәт иткән милләттәштәребеҙ башҡорт теленән диктант яҙҙы. Акцияла йөҙгә яҡын башҡорт егете ҡатнашты. Ғөмүмән, хәрби дивизияла биш йөҙгә яҡын Башҡортостандан сыҡҡан һалдат хеҙмәт итә. Диктанттың тексы Мостай Кәримдең "Муромда" тип аталған әҫәренән алынды.

Силәбе өлкәһенең "Уралым" ("Мой Урал") матбуғат саралары берләшмәһенең баш мөхәррире Нурия Иҡсанова күптән түгел күрше өлкәлә үткән бик тә күркәм һәм әһәмиәтле сара тураһында "Башҡортостан" гәзитенә яҙып ебәргән.
“Ошо көндәрҙә Сыбаркүл танк дивизияһында хеҙмәт иткән милләттәштәребеҙ башҡорт теленән диктант яҙҙы. Акцияла йөҙгә яҡын башҡорт егете ҡатнашты. Ғөмүмән, хәрби дивизияла биш йөҙгә яҡын Башҡортостандан сыҡҡан һалдат хеҙмәт итә. Диктанттың тексы Мостай Кәримдең "Муромда" тип аталған әҫәренән алынды.
Акция Силәбе өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһының даими вәкиллеге һәм "Ғилем" мәғариф үҙәге тарафынан ойошторолдо. Һалдаттар уға бик ҙур теләк менән ҡушылды. Улар Башҡортостан менән бәйләнештәрен өҙмәй, яҡындары менән аралашып тора, әлбиттә, тиҙерәк тыуған яғына әйләнеп ҡайтыу көндәрен көтә.
Яҡташтарыбыҙ яңылыҡтарҙы ла даими күҙәтеп бара. Хәҙер улар "Уралым" киң мәғлүмәт саралары аша республика менән аралашыу өсөн тағы бер бәйләнеш сараһын тапты.
Дивизия етәкселәре был проект һуңғыһы түгел, ти. Бында яҙға һабантуй, "Урал батыры" этноконкурсын, танкта биатлон уҙғарыу кеүек саралар планлаштырылған”.
Силәбе өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән бихисап эштәр башҡарғаны мәғлүм. Күптән түгел әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән бер төркөм милләттәштәребеҙ, губернатор премияһына лайыҡ булғайны.
Фото: “Уралым” Силәбе башҡорттары ойошмаһы төркөмөнән.
Читайте нас: