Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 11:40

Путин 2024 йылға пландары тураһында һорауға яуап бирҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин ТАСС-ҡа биргән интервьюһында вәкәләттәре тамамланғандан һуң буласаҡ эше тураһында һөйләргә иртә әле, тип белдерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ТАСС-ҡа биргән интервьюһында вәкәләттәре тамамланғандан һуң буласаҡ эше тураһында һөйләргә иртә әле, тип белдерҙе. 2024 йылдан һуң ул үҙен кем итеп күрә, тигән һорауға дәүләт башлығы: “Белмәйем, ҡарарбыҙ”, – тип яуап бирҙе. “Алда әле дүрт йыл бар, хәҙер минең яуабым юҡ. Был халыҡтың кәйефенә, кешеләрҙең теләгенә бәйле”, – тине ул.
Конституцияның ғәмәлдәге тексы Путинға 2024 йылдан һуң әлеге вазифаһында ҡалырға мөмкинлек бирмәй. Әммә 10 мартта Дәүләт Думаһы депутаты Валентина Терешкова Төп законға президенттың быға тиклемге сроктарын ғәмәлдән сығарыу тураһында төҙәтмә индерергә тәҡдим итте. Был инициативаһын ул ил өсөн ышаныслы страховка кәрәклеге менән аңлатты. Путин үҙе инициативаны хупланы, әммә ул төҙәтмәләр буйынса тауыш биргәндән һуң ғына һәм Конституцион суд законлы тип тапҡан осраҡта ҡабул ителеүе мөмкин, тип белдерҙе.
“Путинға 20 һорау” проекты сиктәрендә ТАСС интервьюһы февралдә, Терешкованың төҙәтмәһе индерелгәнгә тиклем яҙҙырылған.
Читайте нас: