-8 °С
Ясна
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Март 2020, 17:00
Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына заявкалар ҡабул итеү башланды
Әле Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттарының икенсе конкурсына заявкалар ҡабул итеү бара. Ул 31 мартта тамамлана. Башҡортостандың Коммерцияға ҡарамаған ойошмалары социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн гранттарға дәғүә итә. Ул 13 йүнәлеште үҙ эсенә алған: социаль хеҙмәтләндереү, сәләмәт тормошто пропагандалау, ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау, тирә-яҡ мөхитте һәм йәнлектәрҙе һаҡлау, йәштәр проекттарына булышлыҡ итеү... – Бөтә идеяларҙы ла тик энтузиазм арҡаһында ғына тормошҡа ашырыу мөмкин түгел, финанс та кәрәк, – тип һөйләй Ресурс үҙәге белгесе Гүзәл Ҡадирова. – Берәй ҙур булмаған ҡалала йәки ауылда тейешле сумманы һәр саҡ йыйып булмай. Шуға күрә лә бөтә социаль әүҙемселәр Президенттың грант фондына финанс ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ҡайһы берҙәре йәмәғәт проблемаһына битараф түгел һәм бер проект өҫтөндә эшләп, бер нисә проблеманы хәл итергә маташа. Ә беҙ айырым йүнәлеште һайларға һәм эшләргә тәҡдим итәбеҙ. Заявкалар электрон рәүештә бирелә. Бының өсөн президентскиегранты.рф шәхси кабинет асырға һәм тейешле мәғлүмәтте тултырырға кәрәк. Башинформ фотоһы.
Әле Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттарының икенсе конкурсына заявкалар ҡабул итеү бара. Ул 31 мартта тамамлана.
Башҡортостандың Коммерцияға ҡарамаған ойошмалары социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн гранттарға дәғүә итә. Ул 13 йүнәлеште үҙ эсенә алған: социаль хеҙмәтләндереү, сәләмәт тормошто пропагандалау, ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау, тирә-яҡ мөхитте һәм йәнлектәрҙе һаҡлау, йәштәр проекттарына булышлыҡ итеү...
– Бөтә идеяларҙы ла тик энтузиазм арҡаһында ғына тормошҡа ашырыу мөмкин түгел, финанс та кәрәк, – тип һөйләй Ресурс үҙәге белгесе Гүзәл Ҡадирова. – Берәй ҙур булмаған ҡалала йәки ауылда тейешле сумманы һәр саҡ йыйып булмай. Шуға күрә лә бөтә социаль әүҙемселәр Президенттың грант фондына финанс ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ҡайһы берҙәре йәмәғәт проблемаһына битараф түгел һәм бер проект өҫтөндә эшләп, бер нисә проблеманы хәл итергә маташа. Ә беҙ айырым йүнәлеште һайларға һәм эшләргә тәҡдим итәбеҙ.
Заявкалар электрон рәүештә бирелә. Бының өсөн
президентскиегранты.рф
шәхси кабинет асырға һәм тейешле мәғлүмәтте тултырырға кәрәк.
Башинформ фотоһы.
Читайте нас: