Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе.
Штаб эшенең төп маҡсаты – республика халҡын һуңғы 14 көндә эпидемик яҡтан имен булмаған илдәрҙән ҡайтҡан кешеләрҙән айырымлау, йәғни изоляциялау. Улар байтаҡ – 15 меңгә яҡын. Эпидемиологтарҙың күҙәтеүенсә, инфекцияны тап сит илдәрҙән ҡайтҡан туристар тарата. Республика етәксеһе вирус йөрөтөүселәрҙең Рәсәйҙең баш санитар табибының үҙ-үҙеңде изоляциялау тураһындағы күрһәтмәһен мотлаҡ үтәргә тейешлеген билдәләне.
"Федераль власть индергән ике аҙналыҡ карантин һәр кем өсөн мотлаҡ, бында бер ниндәй ҙә иҫкәрмә юҡ, - тине Радий Хәбиров. - Был - закон талабы, уны боҙған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған, хатта енәйәт яуаплылығына тарттырыуға тиклем. Һеҙ үҙегеҙҙе бик яҡшы тойһағыҙ ҙа, сирҙе йөрөтөүсе булараҡ, тирә-яҡтағылар өсөн хәүеф тыуҙыраһығыҙ. Шуға күрә 14 көндө мотлаҡ карантинда үткәреү талап ителә".
Бөтә һорауҙар менән тәүлек әйләнәһенә эшләгән ошо телефонға шылтыратығыҙ: 8-347-279-91-20.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.