Бушлай... Бер генә шарт менән... декрет ялында булыу кәрәк, тип хәбәр итә
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы. Бала ҡараусы әсәләргә өҫтәмә белем биреү мөмкинлеге «Демография» милли проектына индерелгән. Программаға ярашлы, декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡытыу өсөн йыл да 74 миллион һум аҡса бүленәсәк. Аҡса әсәләргә түгел, ә уларҙы уҡытасаҡ эшҡыуарҙарға субсидия рәүешендә. Был инде йүнселдәргә ярҙам итеүҙең бер төрө лә. Бигерәк тә әлеге иҡтисади шарттарҙа. Ә гүзәл заттарға мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Әйткәндәй, өҫтәмә һөнәр үҙләштерергә теләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың артыуы ла көтөлә тиҙәр. Вирус ҡоторған мәлдә бит өйҙә генә ултырыу кәңәш ителә. Демография яҡшырасаҡ тип тә фаразлайҙар.