Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 00:30

Терактҡа юл ҡуйылмаған

Шәмбе көндө баш ҡалаға Дим биҫтәһе яғынан ингән юлды быуыуҙары, халыҡтың социаль селтәрҙәрҙә ҙур тығындар, юлдағы атыш тураһында хәбәрҙәр булғайны. “РИА” мәғлүмәт агентлығы, Террорсылыҡҡа ҡаршы милли комитеттың мәғлүмәт үҙәгенә һылтанып, түбәндәгене хәбәр итә: кисә Башҡортостанда террор акты әҙерләүсе ҡораллы енәйәтсене тотоу операцияһы үткән. Шәмбе кис хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡораллы кеше китеп барған автомобилде туҡтатырға тырышҡан. Әммә ул ҡоралды һалып, туҡтарға тигән иҫкәртеүҙәргә буйһонмаған, ут асҡан. Атыш барышында енәйәтсене ҡоралһыҙландырғандар. Ул һәләк булған. Эргәһендә пистолет һәм ҡулланыуға әҙер шартлатҡыс табылған. Террорсылыҡҡа ҡаршы милли комитет ваҡиға урынынан видеояҙма ла баҫтырған. Унда енәйәтсенең машинаһын хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уратып алғаны күренә, автомобилдең артҡы тәҙрәһе ватылған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һәм граждандар зыян күрмәгән. Фото: комитет видеоһынан скриншот.

Шәмбе көндө баш ҡалаға Дим биҫтәһе яғынан ингән юлды быуыуҙары, халыҡтың социаль селтәрҙәрҙә ҙур тығындар, юлдағы атыш тураһында хәбәрҙәр булғайны.
“РИА” мәғлүмәт агентлығы, Террорсылыҡҡа ҡаршы милли комитеттың мәғлүмәт үҙәгенә һылтанып, түбәндәгене хәбәр итә: кисә Башҡортостанда террор акты әҙерләүсе ҡораллы енәйәтсене тотоу операцияһы үткән.
Шәмбе кис хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡораллы кеше китеп барған автомобилде туҡтатырға тырышҡан. Әммә ул ҡоралды һалып, туҡтарға тигән иҫкәртеүҙәргә буйһонмаған, ут асҡан. Атыш барышында енәйәтсене ҡоралһыҙландырғандар. Ул һәләк булған. Эргәһендә пистолет һәм ҡулланыуға әҙер шартлатҡыс табылған.
Террорсылыҡҡа ҡаршы милли комитет ваҡиға урынынан видеояҙма ла баҫтырған. Унда енәйәтсенең машинаһын хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уратып алғаны күренә, автомобилдең артҡы тәҙрәһе ватылған.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һәм граждандар зыян күрмәгән.
Фото: комитет видеоһынан скриншот.
Читайте нас: