Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 11:49

Ҡытайҙан 25 миллиондан артыҡ маскалар ҡайтарылды

Рәсәй Һауа-космос көстәре самолеты АН-124 Рәсәйгә Ҡытайҙан 25,5 миллион шәхси һаҡланыу маскалары алып ҡайтты, тип хәбәр иттеләр Оборона министрлығында.

Рәсәй Һауа-космос көстәре самолеты АН-124 Рәсәйгә Ҡытайҙан 25,5 миллион шәхси һаҡланыу маскалары алып ҡайтты, тип хәбәр иттеләр Оборона министрлығында.
РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы белдереүенсә, маскалар төбәктәргә, оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек килтереү менән шөғөлләнгән ирекмәндәр хәрәкәттәренә, шулай уҡ ҡайһы бер федераль органдарға таратыласаҡ.
Үткән кесе йомала Рәсәй Президенты Владимир Путин телефон аша Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин менән коронавирусҡа бәйле хәл-торош хаҡында һөйләшкәйне, ил етәкселәре артабан да үҙ-ара ярҙам итергә, медицина өлкәһендә һәм дарыуҙар сығарыуҙа кооперацияны тәрәнәйтергә килеште.
Читайте нас: