Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2020, 19:00

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар

Үҙегеҙҙе лә һаҡлағыҙ, башҡаларға ярҙам да итегеҙДонъяла коронавирус таралыуға бәйле, Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ябай граждандар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн психик сәләмәтлек департаментының кәңәштәрен тәҡдим итә. Уның маҡсаты – стресс кисергәндә психик һәм психологик тотороҡлолоҡто, күңел тыныслығын һаҡларға ярҙам итеү.

Донъяла коронавирус таралыуға бәйле, Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ябай граждандар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн психик сәләмәтлек департаментының кәңәштәрен тәҡдим итә. Уның маҡсаты – стресс кисергәндә психик һәм психологик тотороҡлолоҡто, күңел тыныслығын һаҡларға ярҙам итеү.

Мөһим кәңәштәрҙе, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. Донъя хәлен белеп булмай, мәғлүмәтле булайыҡ һәм хәүеф-хәтәрҙәр илебеҙҙе урап үтһен, тип теләйек.

1. COVID-19 вирусының донъяның төрлө илдәрендәге төрлө кешеләргә йоғонто яһауы ихтимал. Уның таралыуын билдәле бер этносҡа йә иһә милләткә бәйләп ҡарарға ярамай. Ҡайһы илдә генә сирләп китһәләр ҙә, уларға ҡарата һиҙгерлек һәм аңлау тойғоһо күрһәтегеҙ.

2. Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы сирләп китеүселәрҙе “COVID-19 осрағы”, “ҡорбан”, “сирле”, “COVID-19 ғаиләһе” тип атамауҙарын үтенә. Әгәр ҙә “COVID-19 вирусы табылған кешеләр”, “COVID-19-ҙан дауаланған кешеләр”, “COVID-19-ҙан һауығып барғандар” тип атаһағыҙ, дөрөҫөрәк булыр.

3. Тынғыһыҙлыҡ, көсөргәнеш тыуҙырған яңылыҡтарҙы тыңлауҙан, уҡыуҙан, ҡарауҙан баш тартығыҙ. Киреһенсә, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡларлыҡ, бәләнән аярлыҡ саралар күреүгә бәйле мәғлүмәткә иғтибар туплағыҙ.

Ғөмүмән, яңылыҡтар артынан өҙлөкһөҙ күҙәтергә кәрәкмәй – был психикаға насар тәьҫир итә. Уларҙы көнөнә берҙе йәки икене белешһәгеҙ, шул да етә. Унан тыш, тикшерелгән, рәсми мәғлүмәттәргә өҫтөнлөк бирегеҙ, шул уҡ Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, Хөкүмәт, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кеүек ойошмаларҙың рәсми сайттарын ҡарап барығыҙ. Был дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте урап үтергә ярҙам итер.

4. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм башҡаларға ла ярҙам итегеҙ. Ауыр саҡта башҡалар тураһында хәстәрлек күреү кешегә лә, үҙеңә лә файҙа килтерә.

5. Ыңғай хәл-ваҡиғаларҙы күрергә тырышығыҙ. Шул уҡ коронавирусты йоҡтороп йүнәлгән кешеләр, сирләп киткәндәргә ярҙам күрһәтеүселәр тураһында уҡығыҙ. Уларҙың тәжрибәһенә иғтибар итегеҙ, фәһем алығыҙ.

6. Сир йоҡторған кешеләр тураһында хәстәр күреүселәрҙе, шулай уҡ COVID-19 вирусынан зыян күргән медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтен хөрмәт итегеҙ. Был кешеләр башҡаларҙың ғүмерен ҡотҡара, һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә.

7. Сирлеләргә ярҙам күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренең юғары көсөргәнеш һәм стресс кисереүен аңлағыҙ. Әммә был улар бурысын үтәй алмай тигәнде аңлатмай. Барлыҡ кешеләр өсөн дә – табиптарға ла, ябай кешеләргә лә стресс менән идара итеү, психоэмоциональ хәлдең тотороҡлолоғон һаҡлау физик сәләмәтлек менән идара итеү кеүек үк мөһим.

Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, шулай уҡ сирлеләр булған зонала эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре етәкселәренә һәм табиптарға ла мөрәжәғәт итә. Беренсенән, уларҙың эшен ойоштора белеү мөһим; икенсенән, уларҙы коронавирусҡа бәйле хәл менән ваҡытында таныштырып барыу, көс-хәл туплау өсөн ял ваҡыты биреү кәрәклеге билдәләнә.

Медицина учреждениеларында изоляцияла булған граждандарға ла ваҡытында мәғлүмәт еткереп тороу кәрәк: билдәһеҙлек, бер ни белмәү сирлеләрҙең хәлен насарайта. Унан тыш, мөмкин булһа, балаларҙы ата-әсәһенән айырмау мөһим.
“Төбәктәге йә ҡалалағы хәлде аныҡ баһалағыҙ ҙа үҙегеҙҙең ихтыяждарығыҙҙың төп йүнәлештәрен хәстәрләгеҙ. Тыныслыҡ һаҡлағыҙ, эш ваҡытында ял итеп алырға онотмағыҙ. Сәләмәт туҡланыуҙы хәстәрләгеҙ, физик күнекмәләр яһағыҙ, яҡындарығыҙ менән бәйләнештә булығыҙ.

Стресс менән көрәшеү өсөн файҙаһы булмаған насар ғәҙәттәрҙән арынығыҙ. Һүҙ тәмәке тартыу, алкоголле эсемлек ҡулланыу, наркотиктар хаҡында бара. Был ғәмәлдәр һеҙҙең психик һәм физик һаулығығыҙға зыян ғына килтерә, бигерәк тә көсөргәнешле осорҙа”, – тип әйтелә Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының кәңәштәрендә.
Читайте нас: