Берҙəм күп каналлы телефон тəүге шылтыратыуҙарҙы ҡабул итə башланы Башҡортостанда "Берҙəм Рəсəй"ҙең берҙəм колл-үҙəге үҙ эшен башланы. Ул халыҡҡа коронавирус буйынса мəғлүмəт һəм кəңəш бирəсəк. Был проект партияның төбəк бүлексəһе секретары, БР-ҙың Башлығы Радий Хəбировтың тəҡдиме буйынса ойошторолған. Ул инфекцияның таралыуына ҡаршы тороу буйынса Төбəк штабы янында эшлəй. Кисә,23 мартта, 8-800-201-89-03 номерлы телефон тəүге шылтыратыуҙарҙы ҡабул итə башланы. «Был граждандар өсөн бик кəрəкле структура буласаҡ. Республикала төрлө темаларға арналған 12 "ҡыҙыу" линия эшлəй, тик кешелəр бер урындан ғына мəғлүмəт алырға телəй һəм ҡайҙа шылтыратырға белмəй», - тип белдерҙе «Берҙəм Рəсəй»ҙең төбəк башҡарма комитеты етəксеһе Рөстəм Əхмəҙинуров. БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова əйтеүенсə, шылтыратыуҙарҙың күбеһе дауахана ҡағыҙҙарын юллау һəм йəшəү тəьминəтенə бəйле. Бөгөнгə республикала ауырыуҙың бер осрағы ла теркəлмəгəн. Шулай ҙа көн һайын тотороҡһоҙ эпидемиологик хəл булған сит илдəрҙəн меңəрлəгəн граждан ҡайта. Ошоға һəм башҡа сəбəптəргə халыҡта төрлө йүнəлештəр буйынса һорауҙар барлыҡҡа килə. Колл-үҙəк тəүлек əйлəнəһенə эшлəйəсəк. Белгестəр инфекцияны иҫкəртеү һорауҙарына яуап бирергə, кəрəкһə бəйлəнеште профилле министрлыҡ-ведомстволарҙың "ҡыҙыу" телефондарына күсереүгə өйрəнеү үткəн. Айырым операторҙар «Беҙҙең хəстəрлəү» проектында эшлəйəсəк: улар яңғыҙ йəшəгəн өлкəн йəштəгелəргə шылтыратып, йəш гвардиясылар һəм «Еңеү волонтерҙары» аша ярҙам күрһəтəсəк.