Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2020, 11:25

Путин медицина изделиелары етештереү күләмен арттырыуҙы талап итте

Рәсәй президенты Владимир Путин граждандарҙы һәм белгестәрҙе коронавирусҡа ҡаршы көрәш өсөн кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеү өсөн илдә етештереү күләмдәрен арттырарға саҡырҙы.

Рәсәй президенты Владимир Путин граждандарҙы һәм белгестәрҙе коронавирусҡа ҡаршы көрәш өсөн кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеү өсөн илдә етештереү күләмдәрен арттырарға саҡырҙы. Был хаҡта ТАСС хәбәр итте.
“Һеҙ, һеҙҙең коллегалар һәм сәнәғәт вәкилдәре кәрәкле материалдар менән тәьмин итеү өсөн бөтәһен эшләүегеҙгә иҫәп тотам”, – тине президент Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы етәксеһе Денис Мантуров менән осрашыуҙа. Һүҙ хәүеф төркөмдәре менән эшләгән хеҙмәттәр өсөн кәрәкле приборҙар һәм медицина техникаһы тураһында бара. Путин шулай уҡ был бурыстарҙың үтәлеше хаҡында уға даими хәбәр итеп тороуҙарын һораны.
Кисә РФ премьер-министры Михаил Мишустин һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһын йоҡтороусы кешеләр һаны 438-гә етеүен хәбәр итте. “Рәсәйҙә хәл-торош башҡа, айырыуса Европа илдәрендәге кеүек киҫкен түгел. Бер тәүлектә 71 осраҡ теркәлде һәм 17 кеше һауыҡты”, – тине ул вице-премьерҙар менән осрашыуҙа.
Читайте нас: