Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған дүртенсе сирле – бала. “Башинформ” белдереүенсә, был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр иткән.
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығының бүлек етәксеһе Олег Мәүлитов һүҙҙәренсә, республикала COVID-2019 менән зарарланыусыларҙың бөтәһе лә вирусты сит илдә йоҡторған. Алдан бер ир инфекцияны Мәскәүҙә эләктергән тип белдерелгәйне. Ләкин хоҡуҡ һаҡлаусылар органдары ярҙамында пациенттың һуңғы 14 көндә Европаға барыуын йәшергәне асыҡланды.
Әлеге ваҡытта республикала 64 кеше яңы коронавирусҡа шик менән дауаханаға һалынған, уларҙың алтауһы – бәлиғ булмағандар. Бер тәүлектә шикле диагноздар һаны дүрт осраҡҡа артҡан.
Рәсәйҙә иһә үткән тәүлектә COVID-19 коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың тағы 163 осрағы теркәлгән. Был хаҡта вице-премьер Татьяна Голикова хәбәр итте. ТАСС хәбәр итеүенсә, “Рәсәйҙә бөгөн илдең 55 төбәгендә ауырыусылар һаны 658 кеше. 29 кеше һауыҡты”, – тип белдергән Голикова.
Быға тиклем хәбәр ителеүенсә Рәсәйҙә COVID-19-ға ҡаршы алты препартҡа һынауҙар үткәрелә.
24 мартта Мәскәү мэры Сергей Собянин Рәсәй президенты Владимир Путин янындағы кәңәшмәлә ауырыу таралыуҙың ысынбарлыҡтағы картинаһын бер кем дә белмәй, тип белдерҙе.