Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 23:30

Ил Башлығы нимә хаҡында һөйләне?

Бөгөн ил Президенты Владимир Путин телевидение аша Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. Сығыш коронавирусҡа, дөрөҫөрәге, уның ҡурҡыныс эҙемтәләрен иҫкәртеүгә бәйле булды.

Бөгөн ил Президенты Владимир Путин телевидение аша Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. Сығыш коронавирусҡа, дөрөҫөрәге, уның ҡурҡыныс эҙемтәләрен иҫкәртеүгә бәйле булды.
Шулай итеп, иң мөһиме, Конституция буйынса тауыш биреү көнө күсерелә.
"Халыҡтың сараға килеп, Конституцияға индереләсәк үҙгәрештәргә ҡарата фекерен белдереүе бик мөһим. Тик һаулығыбыҙ күпкә өҫтөнөрәк. Шуға күрә тауыш биреү көнө 22 апрелдә булмаясаҡ, хәл-торошҡа ҡарап, уны һуңғараҡ ваҡытҡа күсерәбеҙ", - тине Владимир Путин.
Тағы шуныһы мөһим – киләһе аҙна Рәсәйҙә ял тип билдәләнде. Ул 28 мартта башлана һәм 5 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Шуныһы ҡыуаныслы, эш хаҡы тулы кимәлдә һаҡланасаҡ. Был ҡағиҙә медицина һәм дарыухана хеҙмәткәрҙәренә, сауҙа тармағына, дәүләт власы органдарына, тормошто тәьмин иткән хеҙмәттәргә ҡағылмай.
Владимир Путин илгә ниндәй ауыр осор килгәнен билдәләп, халыҡҡа һәм бизнесҡа быға тиклем булмаған ярҙам саралары тураһында ла белдерҙе. Бәләкәй балалары булған, әсәлек капиталынан түләүҙәр алған ғаиләләр өсөн һәр балаға өҫтәмә биш мең һум аҡса түләнәсәк. Өс йәштән ете йәшкә тиклемгеләр өсөн түләүҙәр алдан күҙалланғанса июлдән түгел, ә бер ай алдан башланырға тейеш.
Төрлө социаль түләүҙәр алған кешеләргә уларҙы оҙайтыу өсөн документтар йыйып йөрөргә кәрәкмәйәсәк, улар автоматик рәүештә оҙайтыласаҡ.
Больничный өсөн түләү схемаһы үҙгәрәсәк. Кемдәр эш хаҡынан әҙерәк алған, уларҙыҡы артасаҡ, ул йыл аҙағына тиклем айына бер МРОТ-тан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Ипотека һәм кредит түләгәндәр өсөн дә яҡшы яңылыҡтар бар. Кемдең килеме 30 проценттан кәмей, улар өсөн каникулдар биреләсәк һәм штраф санкциялары булмаясаҡ.
Эшһеҙлек буйынса пособие 8000 һумдан 12000 һумға тиклем артасаҡ. Бәләкәй һәм урта бизнес өсөн киләһе алты айға һалым буйынса түләүҙәр кисектереләсәк (НДС-тан башҡа). Коронавирустан зыян күргән тармаҡ компанияларына алты айға банкротлыҡ тураһында ғариза биреүгә мораторий иғлан ителә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн страховка түләүҙәре ике тапҡырға кәметелә – 30 проценттан 15 процентҡа тиклем. Владимир Путин белдереүенсә, был сараның әлегә срогы билдәләнмәй.
"Әле Рәсәй сирҙең киң һәм тиҙ таралыуын тотоп тора ала. Ышанығыҙ, әлеге ваҡытта иң хәүефһеҙе – өйҙә ултырыу. Табиптарҙың, властың кәңәштәренә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Был айырыуса өлкән кешеләргә һәм хроник сирҙәре булғандарға ҡағыла", - тине Владимир Путин.
Фото: inforesist.org
Читайте нас: