Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 17:00

Ишембай фабрикаһы күпләп маска тегә башлаған!

"Ишембай трикотажы" ойошмаһы күп тапҡыр ҡулланылышлы битлектəр етештерə. Əле бында көнөнə 7 мең дана маска тегəлəр, кəрəкһə 15 меңгə лə еткерергə вəғəҙəлəйҙəр.

"Ишембай трикотажы" ойошмаһы күп тапҡыр ҡулланылышлы битлектəр етештерə. Əле бында көнөнə 7 мең дана маска тегəлəр, кəрəкһə 15 меңгə лə еткерергə вəғəҙəлəйҙəр.
Маскалар ике төҫтə сығарыла. Күп сəнəғəт предприятиелары ҡара төҫлөһөнə заказ бирə. Битлек ике ҡатлы, йомшаҡ трикотаждан тегелə, уның аҫтында тын алыуы еңел. Яңы ассортимент үҙлəштергəндəн һуң теген цехында эш режимы үҙгəрмəгəн. Телəк буйынса өҫтəмə түлəү менəн эш көнө сəғəт ярымға арттырылырға, йəки ял көндəрендə сығырға мөмкин. Төп заказсылар - Ишембайҙың һəм күрше ҡалаларҙың ойошма-предприятиелары. Бынан тыш, Мəскəү өлкəһе, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы һəм башҡа төбəктəр ҙə битлек эшлəтергə телəй. Бер масканың хаҡы 30 һум. Уларҙы шыптырға төрөү алдынан сифатын тикшерəлəр. Бындай битлектəрҙе йыуырға, ҡайнатырға, дезинфекцияларға мөмкин. Төп шарт - теге аҡ төҫтəге "одноразовый" маска кеүек 2-3 сəғəттəн артыҡ кейергə ярамай. Ваҡыты үткəс, һабынлап йыуырға, киптереп үтеклəргə кəрəк.
Читайте нас: