Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 14:30

Тауыш биреү. Хоҡуҡ боҙһаң-штраф ҙур

Мәғлүм булыуынса, апрелдең 22- һендə Рəсəй Конституцияһына төҙəтмəлəр индереү буйынса тауыш бирергə тейешбеҙ. Эпидемиологик хəл-торош киҫкенлəшеп китмəһə, был сара тап шул көндə үтəсəк.

Мәғлүм булыуынса, апрелдең 22- һендə Рəсəй Конституцияһына төҙəтмəлəр индереү буйынса тауыш бирергə тейешбеҙ. Эпидемиологик хəл-торош киҫкенлəшеп китмəһə, был сара тап шул көндə үтəсəк. Федерация Советының социаль комитеты Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына (КоАП) үҙгəрештəр индереүҙе хупланы. Уға ярашлы, Бөтə Рəсəй тауыш биреү барышында хоҡуҡ боҙоусылар яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. КоАП-тың һигеҙ статьяһын төҙəтеү күҙаллана. Хоҡуҡ боҙоуҙың кимəленə ҡарап, физик шəхестəр - 300 һумдан алып 2,5 мең һумға тиклем, юридик ойошмалар 20 – 50 мең һум штраф түлəйəсəк. Шулай булғас, йəмəғəт, эш боҙмай ғына тауыш бирəйек тə ҡуяйыҡ.
Читайте нас: