Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2020, 17:30

Карантинды боҙһаң...

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә "Роспотребнадзор" идаралығы вәкиле Александр Жеребцов әлеге ваҡытта 14 көнлөк үҙ теләгең буйынса изоляция режимын боҙған 37 кешегә ҡаршы административ хоҡуҡ боҙоу протоколы төҙөлгәнен белдерҙе.

– Бөгөн эштәрен ҡарау өсөн дүрт кеше саҡырылған, йомала тағы туғыҙ кешене көтәбеҙ. Шулай, карантин режимын боҙған һәр граждан менән айырым эш алып барасаҡбыҙ, протокол төҙөйәсәкбеҙ, - тине ул.
Әлеге ваҡытта "Роспотребнадзор", халыҡты социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре көн һайын сит илдән ҡайтҡан һәм карантин режимын һаҡларға тейеш булған граждандар йәшәгән урындарҙы тикшерә. Барлыҡ мәғлүмәттәр теркәлә, ә режимды боҙоусылар закон алдында яуап бирәсәк.
– Муниципалитеттар алдында торған төп мәсьәләләрҙең береһе – түбән дисциплина күрһәткесе. Сит илдән ҡайтҡандарҙың күпселегенең коронавирус инфекцияһын таратыусы булыу ихтималлығы юғары. Был буш һүҙ түгел, сөнки республикала теркәлгән дүрт сирләү осрағында граждандарҙың барыһының да инфекция киң таралған Европала йөрөп ҡайтҡаны мәғлүм, — тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Әлеге ваҡытта режимды үтәмәгәнәдәр һаны уртаса 35 процент тәшкил итә.
Читайте нас: