"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2020, 18:00

"Түҙергә тура киләсәк"

Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү маҡсатында кәңәшмә үткәрҙе. Төбәк етәксеһе әлеге ваҡытта барлыҡ донъяла, беҙҙең илде уратып алған дәүләттәрҙә ҡурҡыныс сирҙең ҡотороуын, хәлдең етди булыуын тағы берҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды. Барлыҡ муниципалитет башлыҡтарына инфекцияны иҫкәртеү буйынса штабтарға етәкселек итергә һәм ҡаты экономия режимына күсергә ҡушылды. – Әлеге ваҡытта беҙ коронавирус буйынса киҫкен этаптарҙың береһенә инәбеҙ, дөйөм иҡтисади йәһәттән дә. Республика ҡаҙнаһына үҙгәрештәр индереү хаҡында етди уйлай башланыҡ, был ағымдағы һәм киләһе йылдарға ла ҡағыла. Мин республика халҡына мөрәжәғәт итәм: беҙгә түҙергә тура киләсәк. Бихисап социаль проекттар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туҡтатылып торасаҡ, һүҙ тәү сиратта төҙөлөш хаҡында бара. Башланғандарын тамамлаясабыҙ, ә ҡалғандарын кисектереп тороға тура киләсәк, шул иҫәптән мәҙәниәт йорттары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар һалыныуы хәл яҡшырғанға тиклем туҡтатылып торасаҡ. Быларҙың барыһы ла ҡатмарлы осорға резерв туплау, иҡтисадҡа ярҙам итеү өсөн эшләнә. Сөнки иҡтисад ҡаҡшаһа, ғөмүмән, күп ғәмәлдәрҙе оноторға тура киләсәк. Муниципалитеттар ҙа ҡаҙналарын ҡабаттан барларға тейеш. Мәҫәлән, урындағы ансамблгә костюм һатып алырға, йә иһә урындағы ЗАГС фасадын ремонтларға йыйынғанһығыҙ икән, тороп тороғоҙ. Барыһы ла әлеге ваҡыттағы ихтыяждан сығып эшләнергә тейеш. Халыҡты һәм иҡтисадты хәстәрләү өсөн резерв булдырығыҙ, - тине Радий Фәрит улы. Республика Башлығы Хөкүмәткә тиҙ арала республика иҡтисадына ярҙам күрһәтеү сараларын күҙаллаған программа варианттарын әҙерләргә ҡушты. – Беҙҙең республика һәм, ғөмүмән, дәүләтебеҙ һуғыштан һуң бындай тиңе булмаған һынауға тарығаны юҡтыр. Беҙгә бөтәһе бер юлы килде: иҡтисади көрсөк, коронавирус инфекцияһының етди хәүефе. Был хәлде идара итеү аппараты һөҙөмтәле эшләгәндә генә юғалтыуһыҙ үтә аласаҡбыҙ. Беҙҙең команданы штаб эше режимына күсергә саҡырам. Һеҙ аңларға тейешһегеҙ: беҙ хәрби хеҙмәткә саҡырылған кеүекбеҙ. Әгәр ҙә тотороҡло эш атмосфераһын булдырһаҡ, был хәлде лә еңәсәкбеҙ. Иҡтисади ҡеүәтебеҙ ошо мөмкинлекте бирә тип ышанам. Беҙҙең идара итеү мөмкинлектәре һәм һәләтебеҙ бар, ә халыҡ беҙгә ҡушылыр тип уйлайым, - тине Радий Фәрит улы. Фото: bashinform.ru

Башҡортостан Хөкүмәтендә республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү маҡсатында кәңәшмә үткәрҙе. Төбәк етәксеһе әлеге ваҡытта барлыҡ донъяла, беҙҙең илде уратып алған дәүләттәрҙә ҡурҡыныс сирҙең ҡотороуын, хәлдең етди булыуын тағы берҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Барлыҡ муниципалитет башлыҡтарына инфекцияны иҫкәртеү буйынса штабтарға етәкселек итергә һәм ҡаты экономия режимына күсергә ҡушылды.
– Әлеге ваҡытта беҙ коронавирус буйынса киҫкен этаптарҙың береһенә инәбеҙ, дөйөм иҡтисади йәһәттән дә. Республика ҡаҙнаһына үҙгәрештәр индереү хаҡында етди уйлай башланыҡ, был ағымдағы һәм киләһе йылдарға ла ҡағыла. Мин республика халҡына мөрәжәғәт итәм: беҙгә түҙергә тура киләсәк. Бихисап социаль проекттар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туҡтатылып торасаҡ, һүҙ тәү сиратта төҙөлөш хаҡында бара. Башланғандарын тамамлаясабыҙ, ә ҡалғандарын кисектереп тороға тура киләсәк, шул иҫәптән мәҙәниәт йорттары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар һалыныуы хәл яҡшырғанға тиклем туҡтатылып торасаҡ. Быларҙың барыһы ла ҡатмарлы осорға резерв туплау, иҡтисадҡа ярҙам итеү өсөн эшләнә. Сөнки иҡтисад ҡаҡшаһа, ғөмүмән, күп ғәмәлдәрҙе оноторға тура киләсәк. Муниципалитеттар ҙа ҡаҙналарын ҡабаттан барларға тейеш. Мәҫәлән, урындағы ансамблгә костюм һатып алырға, йә иһә урындағы ЗАГС фасадын ремонтларға йыйынғанһығыҙ икән, тороп тороғоҙ. Барыһы ла әлеге ваҡыттағы ихтыяждан сығып эшләнергә тейеш. Халыҡты һәм иҡтисадты хәстәрләү өсөн резерв булдырығыҙ, - тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы Хөкүмәткә тиҙ арала республика иҡтисадына ярҙам күрһәтеү сараларын күҙаллаған программа варианттарын әҙерләргә ҡушты.
– Беҙҙең республика һәм, ғөмүмән, дәүләтебеҙ һуғыштан һуң бындай тиңе булмаған һынауға тарығаны юҡтыр. Беҙгә бөтәһе бер юлы килде: иҡтисади көрсөк, коронавирус инфекцияһының етди хәүефе. Был хәлде идара итеү аппараты һөҙөмтәле эшләгәндә генә юғалтыуһыҙ үтә аласаҡбыҙ. Беҙҙең команданы штаб эше режимына күсергә саҡырам. Һеҙ аңларға тейешһегеҙ: беҙ хәрби хеҙмәткә саҡырылған кеүекбеҙ. Әгәр ҙә тотороҡло эш атмосфераһын булдырһаҡ, был хәлде лә еңәсәкбеҙ. Иҡтисади ҡеүәтебеҙ ошо мөмкинлекте бирә тип ышанам. Беҙҙең идара итеү мөмкинлектәре һәм һәләтебеҙ бар, ә халыҡ беҙгә ҡушылыр тип уйлайым, - тине Радий Фәрит улы.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас: