Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 11:35

Путин дарыуҙарға хаҡты сикләргә рөхсәт итте

Рәсәй президенты Владимир Путин кисә ғәҙәттән тыш хәл һәм эпидемия режимында дарыуҙарға һәм медицина изделиеларына хаҡтарҙы мөмкинлек биргән законға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй президенты Владимир Путин кисә ғәҙәттән тыш хәл һәм эпидемия режимында дарыуҙарға һәм медицина изделиеларына хаҡтарҙы мөмкинлек биргән законға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә “Известия”.
Дәүләт Думаһы хөкүмәттең дарыуҙарға һәм медицина изделиеларына хаҡтарҙы сикләү хоҡуғы тураһында закон проектын 18 мартта пленар ултырышта ҡабул иткәйне.
Министрҙар кабинеты бындай хоҡуҡ менән эпидемия, ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарында һәм шулай уҡ бер юлы бер нисә төбәктә препарттар хаҡы нигеҙһеҙ рәүештә 30 проценттан күберәккә артҡанда файҙалан ала.
Фото: ИЗВЕСТИЯ/Александр Полегенько
Читайте нас: