Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 15:00

Ташҡынға әҙербеҙме?

Ейәнсура юл ремонт-төҙөлөш идаралығы базаһында Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль ярҙамсы системаһындағы Ейәнсура звеноһы көстәрен һәм средстволарын тикшереү үткәрелде.

Уның эшендә МР хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятиелар һәм учреждениелар етәкселәре ҡатнашты. Ейәнсура звеноһы составында 19 ҡотҡарыу хеҙмәте бар.
Профессиональ ҡотҡарыусылар, штаттан тыш авария-ҡотҡарыу, коммуналь һәм башҡа хеҙмәттәрҙең авария-тергеҙеү бүлексәләренән торған төркөм стихиялы бәлә-ҡазаларға, ғәҙәттән тыш хәлдәргә уңышлы ҡаршы тороу өсөн кәрәк. Иң элек яҙғы ташҡын, йәнә лә 2020 йылдың янғын хәүефе осоронда кешеләрҙе һәм матди ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыу мөһим. Район етәксеһе һәр төрлө һәләкәттәргә, шул иҫәптән тәбиғәткә бәйле, техноген характерҙағы хәүефтәргә ҡарата йылдам эш итеүгә йүнәлтелгән саралар күреү бурысын ҡуйҙы.
Читайте нас: