Бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта Сибай ҡалаһы Матросов урамының 4-се йортонда урынлашҡан “Воскресный” баҙарында Силәбе ҡалаһынан килгән, коронавирус йөрөткән кешенең ит һатыу осрағы хаҡында әйтелде.
Билдәле булыуынса, һатыусы яңыраҡ сит илдә булған, ҡайтыу менән шунда уҡ эшкә сыҡҡан. Әле ул дауаханала, үкенескә ҡаршы, коронавирус йоҡтороуы асыҡланған.
Баҙарҙағы 37-се павильонда ит һатып алған Баймаҡ, Сибай һәм шул яҡ кешеләре бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа, аралашыуҙарҙан тыйылып торорға тейеш, тине брифингта ҡатнашыусылар. Сир билдәләре күренеү менән мотлаҡ табип саҡыртырға кәрәк. Кемдәр ошо павильондан ит һатып алған, күрһәтелгән телефонға шылтыратығыҙ: 8-347-286-58-27, 8-347-279-91-20.