Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Март 2020, 14:00

"Минең йондоҙ атылды"

Яңыбай ауылынан Лилиә һәм Әсҡәт Ҡотошовтарҙың һөйөклө улы Азат Ҡотошовтың (йәне йәннәттә булһын) "Минең йондоҙ атылды" исемле китабы донъя күргән. Был хаҡта шағирә Лариса Абдуллина хәбәр итә:

Яңыбай ауылынан Лилиә һәм Әсҡәт Ҡотошовтарҙың һөйөклө улы Азат Ҡотошовтың (йәне йәннәттә булһын) "Минең йондоҙ атылды" исемле китабы донъя күргән. Был хаҡта шағирә Лариса Абдуллина хәбәр итә:
- Был китапты туплап сығарыу хаҡында Азат Ҡотошовтың ҡустыһы Альберт менән күптән һөйләшеп ҡуйғайныҡ. Әммә нимәлер тотҡарлап тик килде, хәйер, барыһы ла шулай булырға тейеш булған икән.
Бөгөн “Башҡортостан” гәзитендә “Бабич вариҫтары” рубрикаһында Азаттың “Шәүлә” хикәйәһе донъя күрҙе. Баҡтиһәң, кисә уға теүәл 30 йәш тулған булыр ине. Биш йыл элек ул беҙҙе ҡалдырып китте... Көтмәгәндә... Утҡа һалды... Тормошто яратмаған, унан ваз кискән, әленән-әле яҡындарына әллә нимәләр менән янаған кеше булһа, ул шунда китеп бара, тиер инең. Ә ул ундай түгел ине, киреһенсә, тормош яратты, хыялланды, ниндәйҙер хатта ғәмәлгә ашмаҫтай тойолған яҡты маҡсаттар менән йәшәне...
Ошо көндәрҙә “Самрау” нәшриәтендә Азат Ҡотошовтың “Минең йондоҙ атылды” китабы донъя күрҙе. Уны сығарыуҙа уның дуҫтары, ҡустыһы Альберттың яҡындары ярҙам иткән. Гәзиттә баҫылған хикәйә лә, ошо китап та үҙ уҡыусыһын табыр ғына түгел, уларҙы бер мәл килеп үҙенә терәк итеп алырҙай, уның төҫө итеп ҡыуанырҙай кеше лә йәшәй икән донъяла – Азаттың өс кенә йәшлек улы Азамат үҫеп килә икән. Бөгөн минең өсөн иң ҡыуаныслы хәбәр ошо булды: Азаттың дауамы бар!..
Читайте нас: