Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2020, 17:55

Ейәнсурала сит илдән ҡайтыусылар менән эш

Ейәнсура район хакимиәтенең коронавирус ауырыуын индереүҙе һәм таратыуҙы профилактикалау буйынса оператив штабынан хәбәр итеүҙәренсә, районға әлеге ваҡытта сит илдән 14 кеше ҡайтҡан тип иҫәпләнә.

Мәғлүмәт өсөн
1 марттан алып Башҡортостанға сит илдән алты меңдән кеше ҡайтҡан. Уларҙың өс меңләбе – Европанан, өс меңдән ашыуы – Таиланд, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Эмиранттары һм Вьетнамдан.
28 мартҡа ҡарата 2953 кеше медицина тикшереүе үткән.
Беҙҙең районда сит илдән ҡайтыусылар менән эш нисек тора икән?
Ейәнсура район хакимиәтенең коронавирус ауырыуын индереүҙе һәм таратыуҙы профилактикалау буйынса оператив штабынан хәбәр итеүҙәренсә, районға әлеге ваҡытта сит илдән 14 кеше ҡайтҡан тип иҫәпләнә. Сит илдән ҡайтыусылар менән район буйынса мобиль төркөм эшләй. Уға “Нур” автоном коммерция булмаған ойошма һәм “Ғаилә” социаль үҙәге хеҙмәткәрҙәре инә. Улар башҡарылған эш тураһында Өфөгә отчет ебәреп торалар.Шулай уҡ был мобиль төркөмдә сит илдән ҡайтыусы кеше пропискала торған ауылдың биләмә хакимиәте башлығы, урындағы участковый һәм фельдшер ҙа бар.
Алда әйтелгән 14 кешенең күбеһенең пропискаһы беҙҙең райондыҡы булһа ла, күрһәтелгән адрес буйынса йәшәмәйҙәр, ҡайҙа икәндәре лә билдәһеҙ. Шуға күрә 7 кешенең генә ғаиләһен барып тикшерә алғандар. 5 ғаилә үҙаллы изоляцияла, ике ғаилә буйынса бөгөн эшләйҙәр. Ике аҙна ваҡыт үтеп, был контролгә алынғандарҙа коронавирустың бер ниндәй ҙә билдәләре асыҡланмаһа, улар иҫәптән төшөрөлә.
Әгәр, үҙегеҙҙә хәлһеҙлек тойһағыҙ, температура күтәрелһә, күкрәк һәм баш ауыртһа, врачҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шәхси гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә: көн дауамында ҡулдарҙы йыуырға; бүлмәләрҙе елләтергә; кеше күп йөрөгән урындарға, әгәр бик кәрәкмәһә, бармаҫҡа, битлек кейеп йөрөргә кәңәш ителә.
Читайте нас: