Хөкүмәт комиссияһы коронавирус пандемияһынан иң ныҡ зыян күргән 22 иҡтисад тармағы исемлеген раҫланы. Был тармаҡтар иң беренселәрҙән булып дәүләт ярҙамы аласаҡ, тип хәбәр итте Иҡтисади үҫеш министрлығы.
Авиация, аэропорттар, автотранспорт, мәҙәниәт, ял һәм күңел асыу, физкультура-сәләмәтләндереү эшмәкәрлеге һәм спорт, туризм, ҡунаҡхана бизнесы, йәмәғәт туҡланыуы, өҫтәлмә белем биреү, конференциялар һәм күргәҙмәләр үткәреү, көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү (ремонт, кер йыуыу, химик таҙартыу, бөҙрәхана һәм матурлыҡ салондары хеҙмәттәре) – был тармаҡтар Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса, түбәндәге ярҙам аласаҡ: һалымдар (НДС-тан тыш) түләүҙе, бюджеттан тыш дәүләт фондтарына страховка иғәнәләре түләүҙе ярты йылға кисектереү, дәүләт гарантиялары һәм субсидиялар биреү һ.б.