Кешенең кем булыры булмышына һалынған була, тиеүҙәре раҫтыр. Йор телле авторыбыҙҙың тыуыу тураһындағы таныҡлығы шуға ишара түгелме ни! Иҫләйһегеҙҙер, үҙенең районда ғына түгел, хатта донъяла “иң күпйәшәр кеше булыуы” тураһында Сәлих ағай юмореска ла яҙып сыҡты (сабыйҙың тәүге документында “1555 йылда тыуған” тип яҙылған). Ҡыҫҡа, ыҡсым юморескалары менән танылған авторыбыҙ Сәлих Вәхит улын юбилейы менән ҡотлап, һаулыҡ, артабан да ижади уңыштар,һаман да шулай күтәренке рухлыбулып ҡалыуын теләйбеҙ.
Сәлих Ваһаповты Ейәнсура районында белмәгән кеше юҡтыр. Әленән-әле район гәзитендә сатира һәм юмор менән һуғарылған ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ, фәһемле әҫәрҙәре баҫылып тора.
Сәлих ағай 1955 йылдың март айында Байыш ауылында тыуған.Байыш урта мәктәбен тамамлағас, 1973-75 йылдарҙа әрме сафында хеҙмәт итә. Әрменән ҡайтҡас,”Зианчура” совхозында көтөүсе булып эшләй. Бала саҡтан уҡ яҙыша, 9-сы класта уҡығанда район гәзитендә”Гармин” тигән хикәйәһе сыға. Әҫәрҙәре “Башҡортостан”, “Йәшлек” республика гәзиттәрендә лә, "Ағиҙел", "Һәнәк" журналдарында ла баҫылды.1993 йылда “Бүре күҙҙәре” китабында хикәйәләре донья күрҙе.Хәҙергә көндә нәшриәттә бер китабы сират көтөп ята.
Сәлих Вәхит улы оҫта шахматсы ла. 2000 йылдарҙа шахмат түңәрәге ойоштора һәм шунан бирле улуңышлы эшләп килә. Үҙе лә, уҡыусылары ла ярыштарҙа призлы урындар ала.
Сәлих ағай мәҙәни тормоштоң эсендә ҡайнап йәшәй, спектаклдәрҙә лә ҡатнаша, китапханала үткән сараларҙа,2018 йылда үткән “Йөрәк һүҙе” бәйгеһендә 1-се урын алды.Сәлих ағайға артабанғы ижадында уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Зөмәрә Имәсова, китапханасы.