Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 16:00

Бәлки, күсерелер...

Белеүегеҙсә, быйыл октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы үтергә тейеш. Рәсәй статистика хеҙмәтенең рәсми сайтында халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын күсереү тураһында хәбәр ителгән. Белеүебеҙсә, был сара октябргә билдәләнгән.

Коронавирус тарала башлау хәүефе менән иҫәпкә алыуҙы төпкөл төбәктәрҙә башларға кәрәк тигән тәҡдим дә булған. Росстат етәксеһе Павел Малков әйтеүенсә, үткәрелеүҙең ваҡыты сараның сифатына ла, һөҙөмтәһенә лә йоғонто яһамай.
Был акцияны 2021 йылға күсереү мөмкинлеге ҡарала. Яман вирусҡа ҡаршы тороу саралары башҡа илдәрҙең статистиктары эшмәкәрлеген дә үҙгәртеп торорға мәжбүр иткән.
Беҙҙекеләр ҙә сараның һөҙөмтәле үткәрелеүенә өмөтләнеп, уңайлы варианттарҙы ҡарай.
Читайте нас: