Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 15:00

Трамп Путинға рәхмәт белдерҙе

АҠШ президенты Дональд Трамп Рәсәйҙең гуманитар ярҙамын юғары баһаланы.

АҠШ президенты Дональд Трамп Рәсәйҙең гуманитар ярҙамын юғары баһаланы. Илдә медицина ҡорамалдары етешмәү сәбәпле, ул Владимир Путиндың Штаттарға кәрәкле йөк тейәлгән самолет ебәреү тәҡдимен ҡабул итте. Был хаҡта ил етәкселәре телефон аша һөйләшеп килеште. «Был Президент Путин яғынан бик матур аҙым булды.Мин нимә әйтергә тейеш инем? Рәхмәт, кәрәкмәй, тиергәме? Был бик ҙур самолет, унда сифатлы ҡорамалдар. Мин тәҡдимде ҡабул иттем», — тине Трамп.
Рәсәй Һауа-космик көстәренең транспорт самолеты Нью-Йорк аэропортына үткән шәмбелә кронавирус ауырыуын диагностикалау һәм дауалау өсөн тонналаған дарыу һәм медицина ҡорамалдары алып барғайны. Бынан тыш, март аҙағында Рәсәй Италияға медицина ҡорамалдары, хәрби вирусологтар һәм эпидемиологтар менән 15 самолет ебәрҙе.
Читайте нас: