Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Апрель 2020, 22:30

Интернетҡа көсөргәнеш төшөрмәйек!

Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән онлайн форматта үткәрелгән сираттағы брифингта Башҡортостандың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин иртәгә онлайн дәрестәр ваҡытында башҡа сәбәптәр буйынса интернет селтәренә көсөргәнеш төшөрмәҫкә саҡырҙы.

Һүҙ мәктәптәрҙә онлайн-дәрестәр үткәреләсәк 9.00 – 14.30 сәғәттәр арауығы хаҡында бара.
"Кешеләр өйҙә булғас, интернет селтәре менән әүҙем файҙалана. Әммә шуны онотмағыҙ: балаларҙың дистанцияла уҡыу ваҡытында тейешенсә белем алыу-алмауы беҙҙән тора. Бәйләнеш каналдарына мотлаҡ көсөргәнеш төшәсәк. Проблемалар булыуы ихтимал, әммә улар хәл итерлек кимәлдә. Шуға күрә телгә алынған осорҙа интернет аша кино ҡарамауығыҙҙы, ҙур файлдарҙы күсереп алмауығыҙҙы, видеошылтыратыуҙар яһамауығыҙҙы һорайым", – тине министр.
Әлеге көндә бәйләнеш каналдарына төшкән көсөргәнеш кимәле - 92 процент. Бығаса ундай хәл күҙәтелмәгән.
Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, тәүге аҙнала уҡыусыларға насар билдәләр ҡуйылмаясаҡ.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: