"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 11:00

Бөгөн — Бөтә донъя сәләмәтлек көнө

Бөтә донъя сәләмәтлек көнө 1948 йылдың 7 апреленән — Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы барлыҡҡа килгән көндән үткәрелә.“Был көндө билдәләү ни өсөн кәрәк?” тигән һорауға яуап бер: кеше үҙенең тормошонда сәләмәтлектең ниндәй мөһим урын алыуын аңлаһын өсөн. Ә һаулыҡ һаҡлау ойошмалары бөтә донъяла кешеләрҙең сәләмәтлеге яҡшыраҡ булһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеген хәстәрләргә, хәл итергә бурыслы. Шуға ла һәр йыл ниндәйҙер ҙур проблемаларға арналып, төрлө девиз менән үтә. 2020 йыл иһә ойошма тарафынан Халыҡ-ара шәфәҡәт туташтары һәм акушер хеҙмәте йылы тип иғлан ителгән. Сөнки һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте, хатта кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу ҙа күпселек тап ошо кесе медицина хеҙмәткәрҙәре иңенә төшә. Бигерәк тә дауаханан алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа.Төркөмдәштәр, күптәрҙең күңелендә "аҡ халатлы фәрештә"ләргә ҡарата рәхмәт һүҙҙәре һаҡланалыр. Рәхим итеп комментарийҙарҙа теләктәрегеҙҙе яҙығыҙ!

Бөтә донъя сәләмәтлек көнө 1948 йылдың 7 апреленән — Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы барлыҡҡа килгән көндән үткәрелә.
“Был көндө билдәләү ни өсөн кәрәк?” тигән һорауға яуап бер: кеше үҙенең тормошонда сәләмәтлектең ниндәй мөһим урын алыуын аңлаһын өсөн. Ә һаулыҡ һаҡлау ойошмалары бөтә донъяла кешеләрҙең сәләмәтлеге яҡшыраҡ булһын өсөн нимә эшләргә кәрәклеген хәстәрләргә, хәл итергә бурыслы. Шуға ла һәр йыл ниндәйҙер ҙур проблемаларға арналып, төрлө девиз менән үтә. 2020 йыл иһә ойошма тарафынан Халыҡ-ара шәфәҡәт туташтары һәм акушер хеҙмәте йылы тип иғлан ителгән. Сөнки һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте, хатта кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу ҙа күпселек тап ошо кесе медицина хеҙмәткәрҙәре иңенә төшә. Бигерәк тә дауаханан алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа.
Төркөмдәштәр, күптәрҙең күңелендә "аҡ халатлы фәрештәләргә" ҡарата рәхмәт һүҙҙәре һаҡланалыр. Рәхим итеп беҙҙең төркөм аша рәхмәттәрегеҙҙе ?әм теләктәрегеҙҙе юллай алаһығыҙ!
Читайте нас: