Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 17:52

Коронавирус исемен - улына?!

Ата-әсә белдереүенсә, Ковид исеме бик үҙенсәлекле яңғырай.

Октябрина, Октябрят, Люция, Лундеж, Олимпий, Изаура, Жади, Самира кеүек исемдәрҙең ниндәйҙер тарихи ваҡиға айҡанлы йәки сит ил сериалдарының төп геройҙарына хөрмәт йөҙөнән ҡушылғанына аҡрынлап күнегеп барһаҡ, әле заман афәтенә әйләнгән сир - коронавирус сәбәпле яңы тыуған сабыйҙарын Ковид тип атаған ғаилә хаҡында ишетеп, барыһы ла хайран ҡалды.
Коронавирус бар донъяны баҫып алды, улым да уның кеүек ғәйрәтле булһын, тигән бәләкәстең атаһы. Рәсәй ҡалаларының береһендә йәшәгән был ғаилә улдарына Ковид исеме биреп, үҙҙәренсә, ваҡиғаны тарихта ҡалдырырға булған, күрәһең.
Ата-әсә белдереүенсә, Ковид исеме бик үҙенсәлекле яңғырай. Һүҙ ҙә юҡ, һәр кем үҙенсә хаҡлы һәм сабыйына теләгә исемде ҡуша ала...
("Башҡортостан" гәзитенән)
Читайте нас: