Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Апрель 2020, 12:20

Пандемияға бәйле эшләмәгән көндәрҙә хеҙмәт мөнәсәбәттәре нисек көйләнә?

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ошо осорҙа хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе.

Ил Президентының 2020 йылдың 2 апрелендәге “Яңы коронавирус сиренең таралыуына бәйле, Рәсәй Федерацияһында халыҡтың санитария-эпидемиологик именлеген тәьмин итеү саралары тураһында”ғы Указына ярашлы, 4 – 30 апрелдә Рәсәйҙә эшләмәҫкә, шул уҡ ваҡытта хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын һаҡлап ҡалырға ҡарар ителде.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ошо осорҙа хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Унда Президент Указының кемдәргә ҡағылмауы, хеҙмәткәрҙәрҙе премиялау, тулы булмаған эш көнө үҙенсәлектәре, арауыҡтағы эш тәртибе, эш көнөн өлөштәргә бүлеү, һығылмалы эш графигы һәм башҡалар хаҡында хәбәрҙар булырға мөмкин.
Был турала түбәндәге һылтанма буйынса уҡығыҙ:
Фото: mintrud.bashkortostan.ru
Читайте нас: