Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Апрель 2020, 15:50

Сапфир туйҙарын билдәләйҙәр

ӨМБӘТ АУЫЛЫнда йәшәүсебеҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ ХӘЙҘӘР МОСТАФА УЛЫ һәм ХӘСӘНӘ ЙӘҮҘӘТ ҠЫҘЫ СЫРЛЫБАЕВТАРҘЫсапфир туйҙары – тормош юлдарын бергә бәйләүҙәренә 45 йылтулыу менән тәбрик итәбеҙ. Шулай уҡ ошо көндәрҙә тағы ла бер байрам: әсәйебеҙҙе тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Әсәй! Тыуған көнөң гөрләп үтһен,Шатлыҡ менән тулһын күңелең.Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен!Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙУрын алһын йөрәк түрендә.Шатлыҡ-ҡыуаныстар, сәләмәтлекЮлдаш булһын ғүмер-ғүмергә! Атай, әсәй! Бәхетле бала сағыбыҙ, яҡты киләсәгебеҙ өсөн мең рәхмәтлебеҙ. Һеҙ беҙгә кәрәк тә, терәк тә. Киләсәктә лә туғандарҙың, дуҫтарығыҙҙың ихтирам-иғтибарын тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә, ауырымай-һыҙланмай, тыуған йортобоҙҙоң йәмен һәм ҡотон һаҡлап, оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ! Беҙ һеҙ булғанға бәхетлебеҙ, ошо бәхеттән Хоҙай айырмаһын. Атайым Хәйҙәр Мостафа улы Сырлыбаев армия сафтарынан ҡайтып, 1975 йылда эш буйынса "Һаҡмар" совхозына комондировкаға барғанда, һатыусы булып эшлап йөрөгән әсәйемде - Хәсәнә Йәүҙәт ҡыҙын осрата. Һәм уларҙың яҙмыш юлдары бергә бәйләнә. 4 балаға (3 малай һам 1 ҡыҙ) ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Барыһы ла үҙ аллы тормошта үҙ ғәиләләре менән донъя ҡороп матур йәшәй. Атайыбыҙ колхозда, әсәйебеҙ 35 йыл мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡтылар.Әлеге көндә әсәйебеҙ "Хазина" ағинәйҙәр ойошмаһының әүҙем ағзаһы, шулай уҡ фитнес түңәрәгенә йөрөй. Кистәрен әхирәттәре менән скандинав таяҡтары менән йөрөргә сығалар.Барлыҡ туғандары исеменән - ҡыҙҙарыЗӘЛИӘ ТАТЛЫБАЕВА (СЫРЛЫБАЕВА).

ӨМБӘТ АУЫЛЫнда йәшәүсе
беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ ХӘЙҘӘР МОСТАФА УЛЫ һәм ХӘСӘНӘ ЙӘҮҘӘТ ҠЫҘЫ СЫРЛЫБАЕВТАРҘЫсапфир туйҙары – тормош юлдарын бергә бәйләүҙәренә 45 йылтулыу менән тәбрик итәбеҙ. Шулай уҡ ошо көндәрҙә тағы ла бер байрам: әсәйебеҙҙе тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Әсәй! Тыуған көнөң гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен!
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!

Атай, әсәй! Бәхетле бала сағыбыҙ, яҡты киләсәгебеҙ өсөн мең рәхмәтлебеҙ. Һеҙ беҙгә кәрәк тә, терәк тә. Киләсәктә лә туғандарҙың, дуҫтарығыҙҙың ихтирам-иғтибарын тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә, ауырымай-һыҙланмай, тыуған йортобоҙҙоң йәмен һәм ҡотон һаҡлап, оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ! Беҙ һеҙ булғанға бәхетлебеҙ, ошо бәхеттән Хоҙай айырмаһын.
Атайым Хәйҙәр Мостафа улы Сырлыбаев армия сафтарынан ҡайтып, 1975 йылда эш буйынса "Һаҡмар" совхозына комондировкаға барғанда, һатыусы булып эшлап йөрөгән әсәйемде - Хәсәнә Йәүҙәт ҡыҙын осрата. Һәм уларҙың яҙмыш юлдары бергә бәйләнә. 4 балаға (3 малай һам 1 ҡыҙ) ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Барыһы ла үҙ аллы тормошта үҙ ғәиләләре менән донъя ҡороп матур йәшәй. Атайыбыҙ колхозда, әсәйебеҙ 35 йыл мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡтылар.
Әлеге көндә әсәйебеҙ "Хазина" ағинәйҙәр ойошмаһының әүҙем ағзаһы, шулай уҡ фитнес түңәрәгенә йөрөй. Кистәрен әхирәттәре менән скандинав таяҡтары менән йөрөргә сығалар.
Барлыҡ туғандары исеменән - ҡыҙҙары
ЗӘЛИӘ ТАТЛЫБАЕВА (СЫРЛЫБАЕВА).
Читайте нас: