Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 13:00

Ил төкөрһә...

Матбуғат -2020#Время_героев#Геройҙар_заманы#Өйҙә_ултырып та изге ғәмәлдәр эшләргә була. Нисек тиһегеҙме? Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, баҫмабыҙға битараф булмаған, рухлы милләттәштәребеҙ! Беҙҙең сайтта

Матбуғат -2020
#Время_героев#Геройҙар_заманы
#Өйҙә_ултырып та изге ғәмәлдәр эшләргә була. Нисек тиһегеҙме?
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, баҫмабыҙға битараф булмаған, рухлы милләттәштәребеҙ! Беҙҙең сайтта (zori102-b.rbsmi.ru) “Окажи помощь изданию” тип яҙылған һары “тәҙрә”не абайлағанһығыҙҙыр. “Нимә ул?” тип күптәр ҡыҙыҡһынды ла. Был яңы хеҙмәттәшлек төрө – краудфандинг, йәғни халыҡ матбуғат баҫмаһын үҙ көсө менән финанслай. Был яңы термин “Кешеләрҙең (донорҙарың) күмәкләп хеҙмәттәшлек итеүе, башҡа кешеләрҙең йәки ойошмаларҙың тырышлығына ярҙам йөҙөнән улар, ҡағиҙә булараҡ, интернет аша аҡсаларын йәки башҡа ресурстарын үҙ иректәре менән берләштерә” тип аңлатыла һүҙлектә.
Беҙ ҙә һеҙҙе меценат роленә инеп, “Ейәнсура таңдары” гәзитенә ярҙам, теләктәшлек күрһәтергә саҡырабыҙ. Инде 14 йыл үҙ аллы баҫма булып, башҡортса сыҡҡан “районка”ға һалынған һеҙҙең инвестиция – балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең киләсәге хаҡына һалынған капитал ул. Ә, белеүебеҙсә, балаларға һалынған “капитал”дан да отошлоһо юҡ. Күпме һалаһың – шул тиклем алаһың.
Быны нисек эшләргәме? “Ейәнсура таңдары” сайтына (zori102-b.rbsmi.ru) инеп, һәр ҡайһығыҙ хәленән килгәнсә редакция иҫәбенә аҡса күсерһен ине – бының өсөн баяғы “Окажи помощь изданию” тип яҙылған һары “тәҙрә”гә баҫырға, бирелгән махсус форманы тултырырға кәрәк. “Ил төкөрһә, күл була”; “тиндән һумдар йыйыла” тип ошондай осраҡта әйтәләрҙер. Һеҙҙең был изге ғәмәлегеҙ – индергән хәйриә аҡсаһы хәбәрселәрҙең гонорарына ла йоғонто яһар, иң мөһиме, сайтыбыҙҙы түләүле итеүҙән ҡотҡарыр. Кескенә ярҙам да гәзитебеҙҙе ижади йәһәттән күтәреүҙә ярҙам булыр.
Хөрмәтле милләттәштәребеҙ! Һүҙебеҙҙе эш-ғәмәлдәребеҙ менән раҫлайыҡ – “Ейәнсура таңдары”на яҙылайыҡ, бер-беребеҙгә бүләк итәйек!
Ә "Ейәнсура таңдары"на үҙ-үҙеңде изоляциялау ваҡытында өйҙән сыҡмай ғына, rbsmi.ru сайтына инеп, онлайн яҙылырға мөмкин.
2020 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу хаҡы: 959 һум 82 тин.
Читайте нас: