Башҡортостанда оптика салондарына, бөҙрәханаларға, визажистарға, маникюр һәм педикюр оҫталарына эшләргә рөхсәт иттеләр. Радий Хәбиров юғары әҙерлек тураһында указға ошондай үҙгәрештәр индерҙе
Ләкин бер нисә шарт бар:
— алдан яҙылыу буйынса ғына ҡабул итергә кәрәк;
— бинала бер үк ваҡытта алты кеше генә булырға мөмкин (персонал менән бергә);
— хеҙмәткәрҙәрҙең һәм клиенттарҙың температураһын үлсәргә;
— дистанцияны тоторға;
— ике сәғәт һайын дезинфекция үткәрергә кәрәк.
Шулай уҡ указдағы үҙгәрештәр кешене судҡа, хәрби комиссариатҡа, хакимиәткә йәки башҡа дәүләт органдарына саҡыртҡан осраҡта өйҙән сығырға рөхсәт бирә.