Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 19:30

Конституцияға мөһим төҙәтмә

Ил Президентының Рәсәй Конституцияһына Рәсәй ҡануниәтенең халыҡ-ара ҡануниәттән өҫтөнлөк итеүе тураһында индергән төҙәтмәһе илдең суверенитетын көсәйтә. Ул – Бөтә Рәсәй тауыш биреүгә тәҡдим ителгән мөһим төҙәтмә, тип белдерә Башҡорт дәүләт университеты доценты, сәйәсәт фәндәре кандидаты Сергей Горбачев.

– Рәсәй Федерацияһының суверенитеты нығытылыуы – ыңғай күренеш. Рәсәй Конституцияһы халыҡ-ара нормаларҙан өҫтөн тора. Нигеҙҙә, донъялағы күп илдәрҙә был ҡағиҙәләр файҙаланыла. Мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарында халыҡ-ара хоҡуҡты үҙҙәренең Конституцияһынан өҫтөн ҡуймайҙар, хатта бәләкәй генә ҡалала ҡабул ителгән суд ҡарары ла өҫтөн ҡала. Конституцияға биләмәне тартып алыу тураһында өҫтәмә индереү ҙә ыңғай мәл. Уға ярашлы, Рәсәй биләмәһенең өлөшөн тартып алыуға саҡырыу тыйыла, – ти ул.
Сәйәсмән белдереүенсә, тәҡдим ителгән төҙәтмәләр илдең суверенитетының һәм биләмәһенең бөтөнлөгөн яҡлау мөмкинлеген бирәсәк, төҙәтмәләрҙең төп өлөшөнөң дә аҡлау табыуы аңлашыла, сөнки уларҙың күпселеге халыҡтың социаль гарантияларына ҡағыла.
– Конституцияла социаль дәүләт төшөнсәһен көсәйтеүҙең һәм дәүләттең үҙ граждандарына тәҡдим итәсәк социаль гарантияларҙы үтәүҙе үҙ иңенә алыуының бер ниндәй ҙә насарлығы юҡ, – ти Сергей Горбачев.
Фото: pda.iarex.ru
Читайте нас: