Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Апрель 2020, 09:00

Хәлдәр киҫкенләшә

Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәр 210-дан артып китте. Әле уларҙың хәле тураһында билдәле булды.

Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәр 210-дан артып китте. Әле уларҙың хәле тураһында билдәле булды.
Шулай итеп, ун кеше яһалма тын алдырыу аппараты аҫтында ята һәм улар ауыр хәлдәге ауырыуҙар тип һанала. Видеоселектор кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ил Президенты Владимир Путинға сирлеләрҙең хәле тураһында ошондай мәғлүмәттәр бирҙе.
Дөйөм алғанда республикала COVID-19 сиренән һигеҙ кеше һәләк булды. “Роспотребнадзор” мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта дауаханаларҙа коронавирусҡа шик менән ОРВИ симптомдары булған 332 кеше бар, уларҙың унауһы балалар.
Карантинда 8320 кеше, улар сирлеләр менән бәйләнештә булған йәки сит илдәрҙән ҡайтҡандар, тип өҫтне Радий Хәбиров.
Шулай уҡ Радий Фәрит улы ил етәкселегенә республикала коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәш саралары тураһында һөйләне.
Читайте нас: