Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2020, 19:00

Балаға хаталанырға ирек бирәйек

Бала киләсәктә әҙерәк хаталанһын өсөн, бөгөн уға хаталанырға ирек бирергә кәрәк: рәхәтләнеп уйнаһын, уйлап сығарһын, ижад итһен, шулай уҡ эҙләнһен, тикшеренһен, соҡсонһон, һүтһен, асып ҡараһын, боҙһон, емерһен...

...Бына шул ваҡытта бала "сәйҙе өрөп ҡабырға" өйрәнә, "ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ" тигән һүҙҙәрҙең ысын мәғәнәһен аңлар. Һәм иң мөһиме: ата-әсәләр уларға былай тип әйтергә тейештәр:
— Балам, хаталаныуҙан ҡурҡма, хаталаныу яҡшы нәмә ул - тормош тәжрибәң һәм аҡылың артасаҡ. Тик шуны ҡолағыңа киртеп ҡуй: бер хатаны ике тапҡыр ҡабатлау - АҠЫЛҺЫҘЛЫҠ.
НАИЛ ЮЛДАШБАЕВ.
Читайте нас: