Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 14:10

Милли проект: Демография. Мәктәп көҙгә әҙер буласаҡ

Өфө районының Михайловка ауылында балалар баҡсаһы менəн мəктəп төҙөлөшө бара. Ул ғинуарҙа ғына башланғайны.

Өфө районының Михайловка ауылында балалар баҡсаһы менəн мəктəп төҙөлөшө бара. Ул ғинуарҙа ғына башланғайны. Эш графиктан өс ай алдан бара икəн. Эпидемиологик хəл-торош киҫкен булыуға ҡарамаҫтан, Рəсəй Президенты һəм Башҡортостан Башлығы указдарына ярашлы, социаль объекттар төҙөлөшө туҡталмай. Бөгөн дə əлеге төҙөлөштə эш ҡыҙыу дауам итə. БР Төҙөлөш һəм архитектура буйынса дəүлəт комитетынан хəбəр итеүҙəренсə, 13 708,65 квадрат метр майҙанды билəгəн яңы объект “Демография” милли проекты буйынса һалына. Унда 640 уҡыусы һəм 160 мəктəпкəсə йəштəге бала йөрөйəсəк.
#Милли_проект "Демография"
Фото: Госстрой РБ.
Читайте нас: