Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 12:00

Үҙ-ара ярҙам итешеп

#Владимир_ПутинРəсəй Президенты илдəге санитар-эпидемиология хəле буйынса кəңəшмəгə белгестəрҙе саҡырып алды. Һөйлəшеү монитор аша барҙы. Владимир Путинға бик етди нəмəлəр тураһында бəйəн иттелəр. Етəксе аҙаҡтан һүҙҙе йомғаҡлап, тейешле йыһазландырыу, һаҡланыу саралары тураһында байтаҡ ҡына һандарҙы атаны.

#Владимир_Путин
Рəсəй Президенты илдəге санитар-эпидемиология хəле буйынса кəңəшмəгə белгестəрҙе саҡырып алды. Һөйлəшеү монитор аша барҙы. Владимир Путинға бик етди нəмəлəр тураһында бəйəн иттелəр. Етəксе аҙаҡтан һүҙҙе йомғаҡлап, тейешле йыһазландырыу, һаҡланыу саралары тураһында байтаҡ ҡына һандарҙы атаны. Был йəһəттəн беҙҙең илдең сəнəғəте етештереү күлəмен арттыра. Сит илдəрҙəге партнерҙарҙың тауарынан да бөтөнлəй үк баш тартмайбыҙ. Миҫалға Путин Ҡытайға ебəрелгəн битлектəр тураһында иҫкə төшөрҙө: беҙ уларға февралдə ике миллион маска ебəргəйнек, əле уларҙан беҙгə 150 миллион дана килгəн. Үҙебеҙҙə лə ул битлектəрҙе ныҡ күп етештерə башлағанбыҙ. Тиҙҙəн тəүлегенə 7,5 миллион медицина битлеге тегелəсəк. Шуға өҫтəп, бəлəкəй предприятиелар ҙа тегə. Йəғни ҡытлыҡ булырға тейеш түгел. - Һаҡланыу костюмдарын да арыу уҡ тектек, һатып алдыҡ - тине Президент. - Майға тəүлегенə 100 меңдəн ашыу етештерелəсəк. Өҫтəп Ҡытайҙан ике миллион кейем килде. Респираторҙар ҙа етəсəк. Ҡытай 2,5 миллион һатҡан. Тағы шул күлəмдəн күберəк ебəрəсəктəр. Үҙебеҙҙə тəүлегенə 280 мең дана эшлəнə. Антисептиктар, Путин белдереүенсə, импортһыҙ ҙа етə. Италияға ярҙам ебəргəйнек бит инде, ə унан беҙгə ИВЛ (үпкəлəрҙе яһалма тын алдырыу аппараты) эшлəү өсөн датчиктар килə. Америкаға ярҙамға бер нисə самолет юлланыҡ. Президент унан шул уҡ ИВЛ өсөн ҡорамалдар алыуыбыҙҙы белдерҙе. Бына шулай, бер-беребеҙгə ярҙам итешеп, яҡшы ғына алыш-биреш менəн был ҡурҡыныс сирҙе еңеп тə сығырбыҙ əле.
Фото: Кремлин.ру
Читайте нас: