«Берҙәм Рәсәй» партияһы Рәсәй Хөкүмәте менән берлектә дистанцион уҡыуға күсеүсе мәктәп уҡыусыларына ярҙам итеү маҡсатында «Өйҙә уҡырға ярҙам ит» акция программаһын булдырҙы. Башҡортостанда был акция сиктәрендә техникаға мохтаж уҡыусылар өсөн компьютерҙар йыйыу башланды.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Башҡортостан Республикаһында йәшәгән һәр уҡыусыға сифатлы дистанцион белем алыу сайттарына инеүҙе тәьмин итеү – акцияның төп маҡсаты булып тора. Был хәйриә акцияһы башланыу менән беренселәрҙән булып «Башҡортостан” нәшриәт йорто, «Башинформ» МА , БСТ каналы һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ярҙамға килде, улар «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә 35 компьютер һәм ноутбук алып килде.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, акцияла йыйылған техника тәү сиратта күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән сығарылыш класы уҡыусыларына тапшырыласаҡ. Уларҙан һуң гаджеттар менән башҡа класс уҡыусылары ла тәьмин ителәсәк.
Комьютерҙар, ноутбуктар һәм планшеттарҙы Өфө ҡалаһы Достоевский урамы, 73 (тел. 276-12-90), Комммунистик урамы, 39 (тел. 298-04-62) адресы буйынса, шулай уҡ төбәктәрҙәге «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләренә алып килергә мөмкин. Ярҙам ҡулы һуҙырға теләүсе барлыҡ ойошмалар, өйҙәрендә ҡулланылмаған техникаларын тапшырырға теләүселәр был акцияға ҡушыла ала.
Техникаға мохтаж уҡыусылар исемлеген ҡала һәм райондарҙағы мәғариф идаралығы төҙөй, йыйылған гаджеттарҙы ла улар тапшырасаҡ.