Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 11:40

Милли проекттар иғтибарҙан ситтә ҡалмай

Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Максим Орешкин, коронавирус эпидемияһына ҡарамаҫтан, милли проекттар Рәсәйҙең иҡтисади сәйәсәтендә мөһим урында ҡала, тип белдерҙе.

Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Максим Орешкин, коронавирус эпидемияһына ҡарамаҫтан, милли проекттар Рәсәйҙең иҡтисади сәйәсәтендә мөһим урында ҡала, тип белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, беҙ һаулыҡ һаҡлау, әлбиттә, иң өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Балаларға белем биреү ҙә көнүҙәк мәсьәлә. РФ Иҫәп палатаһы рәйесе Алексей Кудрин ҡайһы бер проекттарҙың ғәмәлгә ашырылыуын яңынан ҡарарға кәрәк тәҡдим итте. Уның әйтеүенсә, бөгөнгө шарттарҙа шулай кәрәк.
Быға тиклем Владимир Путин ике милли проект буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтанан бүлергә тәҡдим иткәйне. Улар «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» һәм «Ҡала мөхите һәм торлаҡ» проектының «Авариялы торлаҡтан күсереү» программаһы. Был үҙгәрештәр эш күләмен арттырыу өсөн кәрәк. Йәғни төҙөлөш һәм уға бәйле тармаҡты өҫтәмә заказдар менән тәьмин итеү, мәшғүллеккә булышлыҡ итеү (эш урындары булдырыу) күҙаллана.
Читайте нас: