"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Апрель 2020, 13:30

Льготалы ипотека программаһы раҫланды

РФ Премьер-министры Михаил Мишустин Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән льготалы ипотека программаһын раҫланы.

РФ Премьер-министры Михаил Мишустин Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән льготалы ипотека программаһын раҫланы.
Билдәле булыуынса, дәүләт етәксеһе хөкүмәткә 1 майға тиклем йылына 6,5% менән льготалы ипотека программаһын раҫларға ҡушҡайны.
Ошо программа сиктәрендә 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем төбәктәрҙә 3 миллион һумға тиклем беренсел торлаҡ һатып алыу өсөн льготалы ставка буйынса ипотека кредиттары бирелә.
Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, шулай уҡ Мәскәү һәм Ленинград өлкәләрендә ипотека кредитының суммаһы 8 миллион һумға тиклем арттырылды.
Бынан тыш, Владимир Путин 20 майға хәтлем төҙөлөштө коронавирустан айырыуса ныҡ зыян күргән тармаҡтар исемлегенә индереү тураһында мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
Шулай уҡ Рәсәй президенты 1 майға тиклем төҙөүселәргә стандарт торлаҡ һатып алыу өсөн 50 милилард һум күләмендә «Дом.РФ» йәмғиәтенә дәүләт гарантиялары тапшырырға ҡушты.
Читайте нас: