Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2020, 22:30

Тынысланырға иртәрәк

Тәүлек эсендә ниндәй үҙгәрештәр булды, ҡайһы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тәү сиратта хәл итергә кәрәк? Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошо хаҡта һөйләне.

Көндәр йылына, яҙғы ҡояш барыбыҙҙы ла тәбиғәт ҡосағына, тышҡа саҡыра. Тик әлегә “саҡырылмаған ҡунаҡ” - коронавирус инфекцияһы ғәҙәти эш һәм ғәмәлдәребеҙҙе ситкә ҡуйып торорға мәжбүр итә. Тәүлек эсендә ниндәй үҙгәрештәр булды, ҡайһы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тәү сиратта хәл итергә кәрәк? Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошо хаҡта һөйләне.
Тәүлек эсендә инфекцияны йоҡторғандар һаны 37-гә артып, бөтәһе 527 кеше тәшкил иткән. Ошо ваҡыт арауығында 13 пациент һауығып дауахананан сыҡҡан. Стационарҙарҙа - 279, амбулатор рәүештә 162 кеше дауалана. "Роспотребнадзор" идаралығы белгесе Венер Изекәйев белдереүенсә, Рәсәйҙә тәүлек эсендә сирҙе йоҡтороуҙың 6361 осрағы теркәлгән. Бөтәһе 80 меңдән ашыу кешенең GOVID-19 вирусын йоҡторғанлығы мәғлүм.
Министр әйтеүенсә, социаль учреждениеларҙы карантинға ябыу сирҙе йоҡтороу хәүефен кәметеү өсөн атҡарыла, хеҙмәткәрҙәр вахта ысулы менән эшләүҙе дауам итә, йәғни ике аҙнанан һуң уларҙы башҡа бригада алмаштыра. Оҙаҡламай сит илдәрҙән йәнә туристарҙың ҡайтыуы көтөлә, уларҙы обсерваторҙарға урынлаштырыуға әҙерлек бара. Көндәрҙең йылыныуы менән уяулыҡты юғалтмаҫҡа, санитария-гигиена талаптарын ҡәтғи үтәргә, кәйефте төшөрмәҫкә саҡырҙы брифингта ҡатнашыусылар.
Фото: ”Башинформ”.
Читайте нас: