"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2020, 19:30

Һаман арта

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән сираттағы онлайн брифингта һуңғы яңылыҡтар билдәле булды.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән сираттағы онлайн брифингта һуңғы яңылыҡтар билдәле булды.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләгән 570 кеше теркәлгән (бер тәүлектә 43 кеше өҫтәлгән). Дауаханала 313 кеше ята, 171 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Бер тәүлектә 17 кеше пневмония диагнозы менән госпитализацияланған. Һауығып сыҡҡандарҙың дөйөм һаны – 72. Уларҙың барыһы ла үҙен яҡшы тоя. Вафат булғандарҙың һаны үҙгәрешһеҙ ҡала.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, Башҡортостанда коронавирусҡа 55 488 тикшереү үткәрелгән (тәүлегенә 3,2 мең самаһы).
Рәсәйҙә иһә 87 147 сир осрағы теркәлгән (тәүлегенә 6198-гә артҡан), һауыҡҡандар – 7346, вафат булғандар – 794 кеше.
Донъяла коронавирус йоҡторғандарҙың һаны – 2 991 918 (бер тәүлектә 73 668 кеше өҫтәлгән).
Бөгөн баш ҡаланың 21-се Клиник дауаханаһында сикләү саралары бөтөрөлгән. Республика онкология диспансерында, Стәрлетамаҡтағы 1-се дауаханала, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы, Балтас район дауаханаларында карантин саралары дауам итә.
Фото: gtrk.tv
Читайте нас: