"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2020, 23:55

Донъя коронавирустан һуң

“Донъя коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш” форумының икенсе өлөшөндә халыҡ-ара кимәлдәге эксперттар ҡатнашты. Уның модераторы билдәле алып барыусы Ксения Собчак булды. Сарала ҡатнашҡан эксперттар үҙ ҡарашын белдерҙе.

“Донъя коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш” форумының икенсе өлөшөндә халыҡ-ара кимәлдәге эксперттар ҡатнашты. Уның модераторы билдәле алып барыусы Ксения Собчак булды. Сарала ҡатнашҡан эксперттар үҙ ҡарашын белдерҙе.
Швецияның элекке премьер-министры Фредрик Рейнфельдт фекеренсә, көрсөк шарттарында иҡтисадты яңынан эшкә ҡушыу өсөн илдәрҙең сиктәрен асырға кәрәк.
“Пандемиянан һуң глобаль донъя рецессияһы етәсәк. Иҡтисад бик түбән төшәсәк. Ә, бәлки, киләһе йылға тағы бер пандемия башланыр? Беҙгә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә нығыраҡ иғтибар итергә, сирҙәр менән көрәшеү өсөн белем тупларға кәрәк. Шулай уҡ илдәр араһында ябылған сиктәрҙе кире асыу, араларҙа сауҙаны башлау мөһим. Был саҡта тиҙ терелеп китәсәкбеҙ. Кешеләр сәйәхәт итергә, икенсе илдәргә күсеп йөрөү мөмкинлеге алырға тейеш", – тине ул.
Билдәле кинорежиссер, сценарист, продюсер һәм яҙыусы Люк Бессон иһә әлеге коронавирус пандемияһын кешелеккә үҙгәрергә кәрәк тигән билдә тип иҫәпләй. “Рәсәй һәм Башҡортостан шул тиклем матур, йәл, форумға шәхси килеп булманы” тип башланы ул сығышын.
"Һис шикһеҙ, был пандемия беҙҙе уйландырырға тейеш. Донъяны тик байығыу теләге биләп ала башланы. Беҙгә үҙгәрергә кәрәк. Йөҙәр мең кеше коронавирустан үлде. Тик, әйҙәгеҙ, башҡа һандар тураһында ла уйланайыҡ. Мәҫәлән, 2,7 миллион кеше аслыҡтан һәләк булды. Беҙгә берләшергә, кешелекте һаҡлайбыҙ тиһәк, иғтибарҙы тәбиғәтте, планетаны һаҡлауға йүнәлтергә кәрәк. Йәштәр әүҙемерәк булырға, энергияһын дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлтергә тейеш", – тине ул.
Яҙыусы, статистик, трейдер Нассим Талеб фекеренсә, беҙ ниндәйҙер кимәлдә был пандемияға әҙер инек. “Беҙ уның нисек таралыуын беләбеҙ, тимәк, нисек көрәшергә кәрәклеген дә беләбеҙ. Минеңсә, йәнә ошондай ҡурҡыныс янаһа, әҙер буласаҡбыҙ”, – тине ул.
Физик-теоретик, футурист Митио Каку фекеренсә, сирҙәрҙең 60 процентын алдан күҙаллап булмай. “Беҙгә эпидемияның усаҡтары ҡайҙа икәнлеген белеү кәрәк. Уларҙың ҡайҙа килеп сығыуын асыҡларға һәм тиҙ арала саралар ҡабул итергә кәрәк”, – тигән фекерҙә ғалим.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: